05:56 (UTC+5), 27 Июня 2025

Башҡортостан Башлығы «Алтын битлек» премияһын алған артистарҙы ҡотланы

Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Ләйсән Закирова

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт опера һәм балет театры артистарын Рәсәйҙең «Алтын битлек» милли театр премияһындағы уңыштары менән ҡотланы, беҙҙең республика алты награда менән бүләкләнде. «Башинформ» яҙғанса, Башҡорт академия опера һәм балет театрының «Ай тотолған төндә» операһы бер юлы биш номинацияла «Алтын битлек»кә лайыҡ булды: «Иң яҡшы дирижер эше» (Валерий Платонов), «Иң яҡшы ир-егет роле» (Василий Ефимов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Любовь Буторина), «Иң яҡшы ҡуйыусы рәссам эше. Музыкаль театр» һәм «Костюмдар буйынса рәссамдың иң яҡшы эше (икеһендә лә – Екатерина Малинина). 

«Рахманинов. Ғүмергә торошло симфония» балеты «Иң яҡшы ир-егет роле. Балет» номинацияһында (Сергей Бикбулатов) «Алтын битлек» алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ ошо спектакль Мәскәүҙең Ҙур театрында күрһәтелде.

Төбәктәр араһында иң күп награда беҙҙә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Республикабыҙ өсөн рекорд, быға тиклем театрҙарыбыҙ ошондай күп премия яулағаны юҡ ине.

Быйыл Ҡурсаҡ театры артисы Айрат Әхмәтшин «Театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн» махсус премияһы менән бүләкләнде.

«2025 йылда ете «Алтын битлек». Премияға өс театрыбыҙ 17 категорияла номинацияға тәҡдим ителде. Опера һәм балет театрынан тыш, Ҡурсаҡ театры һәм Стәрлетамаҡ рус драма театры. Быны мәҙәниәтебеҙҙең ысын ҡаҙанышы, коллективтарыбыҙҙың юғары оҫталығын таныу тип иҫәпләйем. Ҡатнашы булғандарҙың барыһын да ҡотлайым!» – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-27/glava-bashkirii-pozdravil-obladateley-zolotoy-maski-s-uspehom-4292416

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика