

Ҙур зал сәхнәһендә миҙгел йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призына «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклендә Фəрхинур роле өсөн Илгизә Ғилманова, «Иң яҡшы ир-егет роле»нә «Йырланмаған йырым һин...» спектаклендә Хәсән роле өсөн Азамат Ғафаров һәм ошо уҡ спектаклдә йәш Хәсән ролен башҡарған Алмаз Йосопов лайыҡ булды.
«Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призы «Йырланмаған йырым һин...» спектаклендәге Нәжибә роле өсөн Илүзә Күсәбаеваға, «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклендәге Томас роле өсөн Ирек Булатовҡа һәм Азамат Ғафаровҡа тапшырылды. «Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» призы менән Рәүис Заһитов бүләкләнде.
«Иң яҡшы эпизодик ролдәр» приздары «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» һәм «Йырланмаған йырым һин...» спектаклдәрендәге ролдәре өсөн Лилиә Сәғитоваға бирелде, «Иң яҡшы дуэт» — Артур Кәбиров, Артур Ҡунаҡбаев, Урал Әминев, «Алтын ҡул оҫтаһы» — Глеб Соловьев, «Ролдәр ансамбле» — «Ваня ағай» спектакле: Фәнис Рәхмәтов, Милена Сираева, Лилиә Ғәлина/Илүзә Күсәбаева, Миңзәлә Хәйруллина/Гүзәл Маликова, Азат Вәлитов, Руслан Хайсаров, Илсур Байымов, Эльвира Юнысова.
Видеограф һәм фотограф Руслан Юлтаев «Алтын объектив» номинацияһында бүләкләнде, ә актриса Милена Сираева баш режиссерҙың махсус призына лайыҡ булды.
Республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа уҙған миҙгелгә йомғаҡ яһалды һәм журналистар рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
— Был миҙгелдә театр биш яңы спектакль сәхнәләштерҙе. Ырымбурҙа, Астанала, шулай уҡ Башҡортостандың күп кенә ҡала һәм райондарында гастролдәрҙә йөрөп ҡайттыҡ. «Бөйрәкәй» спектакле «Алтын битлек» исемлегенә индерелде, ә «Ваня ағай» спектаклен Ҡазанда Халыҡ-ара театр олимпиадаһында күрһәттек, – тип һөйләне театр директоры Иршат Фәйзуллин.
Театр күренекле артистарҙың юбилейын билдәләне һәм әһәмиәтле саралар үткәрҙе, шул иҫәптән Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында китаптың исем туйы һәм Флорид Бүләков, Хәбибулла Ғәбитов, Хәбибулла Ибраһимовтың хәтер кисәләре, «Төбәк драмаһы» драматургия лабораторияһы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.