09:23 (UTC+5), 25 Июня 2025

Республикала мәҙәниәт министрының яңы урынбаҫары тәғәйенләнде

Башҡортостанда мәҙәниәт министры урынбаҫары тәғәйенләнде. Эльза Ҡарамурзина мәҙәниәт министрлығында социомәҙәни блок – музейҙар, китапханалар, клубтар, яҙыусылар союзы эшмәкәрлеге өсөн яуаплы. Бөгөн уны коллектив менән таныштырҙылар.  

Ләйлә Аралбаева

Ошо йүнәлештә эшләгән элекке куратор Илнур Мөхйәнов министр урынбаҫары вазифаһында ҡала һәм милли сәйәсәт өсөн яуап бирә.

Эльза Ҡарамурзина Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Мәҙәниәт һәм идара итеү өлкәһендә юғары белемгә эйә, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, РАНХиГС-та квалификация күтәреү курстары үткән.

Быға тиклем Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында, Республика Башлығы хакимиәтендә эшләй. 2020-2025 йылдарҙа спорт министры урынбаҫары була.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-25/v-bashkirii-naznachili-novogo-zamestitelya-ministra-kultury-4288440

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика