12:17 (UTC+5), 23 Июня 2025

Башҡортостанда «Рух» төркөмө рок-музыканты Ирек Атанов иҫтәлегенә концерт ойошторола

Хәйриә концертында йыйылған аҡса музыканттың ҡәберенә һәйкәл ташы ҡуйыу өсөн йүнәлтелә.

Фото: социаль селтәрҙәр
Ләйлә Аралбаева

11 июлдә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының мәҙәниәт һәм ял паркында Ирек Атанов иҫтәлегенә хәйриә концерты була. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, музыкант һәм композитор, популяр «Рух» рок-төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе 2023 йылдың апрелендә арабыҙҙан китте.

2024 йылдың 28 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

— Концертта «Рух», «Дәрүиш-Хан», «Ант» төркөмдәре, музыканттар Руслан Ниғмәтов, Нәжип Юлдашбаев, Баймаҡтан Хәйҙәр Таһиров, Сибайҙан Альберт Салауатов, мәрхүмдең бер туған һеңлеһе Фәниҙә Атанова, Аҡъяр район мәҙәниәт йорто коллективтары ҡатнаша, — тип хәбәр итте «Башинформ»ға концертты ойоштороусыларҙың береһе Юлай Асҡаров. — Ҡатнашыусылар уның «Оран», «Осҡан торналар» һәм башҡа йырҙарын башҡара.

Коллега әйтеүенсә, район мәҙәниәт йортонда мемориаль таҡтаташ асыу планлаштырыла. Хәйриә концертында йыйылған аҡса музыканттың ҡәберенә һәйкәл ташы ҡуйыу өсөн тотонола.

Бынан алдараҡ Башинформ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың машинала йөрөгәндә «Рух» төркөмөнөң «Өлгөрмәнем» йырын тыңлауы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-23/v-bashkirii-provedut-kontsert-pamyati-rok-muzykanta-gruppy-ruh-ireka-atanova-4287678

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика