Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.29
-0.21
89.84
-0.3
68.39
-3.09
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июнь , 16:33

Башҡортостанда халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асыла

Шаран районында билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асыла. Монумент Шаран ауылының үҙәк майҙанында ҡуйыла, тип хәбәр иттеләр урындағы хакимиәттән.

Шаран районы хакимиәте
Фото:Шаран районы хакимиәте

Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асыу тантанаһы 28 июндә була. Халыҡ артисын иҫкә алыу өсөн башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары килә.

Фән Вәлиәхмәтов 2024 йылда арабыҙҙан китте. Уға 74 йәш ине.

Фән Вәлиәхмәтов 2013 йылда Шаран районының почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды. Уның таланты һәм хеҙмәте тыуған районында юғары баһа алды. Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2007) халыҡ артисы, БАССР-ҙың (1989) һәм Татарстан Республикаһының (1994) атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемдәре бар. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров артисты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асырға йыйыныуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-20/v-bashkirii-otkroyut-pamyatnik-narodnomu-artistu-fanu-valiahmetovu-4284674

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: