12:23 (UTC+5), 18 Июня 2025

Йәштәр көнөндә Ағиҙел буйында эстрада йондоҙҙары сығыш яһай

Ләйлә Аралбаева

Elman, BABY Ti, Марат Яруллин һәм Inst Rinna Башҡортостан йәштәре өсөн сығыш яһай. Концерт Рәсәйҙә Йәштәр көнө уңайынан ойошторола.

Байрам шәмбе, 28 июндә, Ағиҙел йылғаһы буйында («Торатау» конгресс-холы амфитеатрынан аҫтараҡ) була.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, йәштәрҙе VR-зона һәм төрлө уйындар, билдәле блогерҙар һәм популяр артистар менән осрашыу, аниме-косплей зона, автотауыш һәм тюнинг күргәҙмәһе, фәнни слэм һәм йәштәр маркеты көтә.

Республиканың йәштәр сәйәсәте министрлығы был байрамды йәштәр, шул иҫәптән уҡыусылар, студенттар, сығарылыш уҡыусылары өсөн үткәрә.

Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана, инеү ирекле.

12+

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-18/na-naberezhnoy-ufy-zvezdy-estrady-vystupyat-s-kontsertom-ko-dnyu-molodyozhi-4280020

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика