Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.48
-0.23
89.84
-0.47
77.3
+0.13
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июнь , 15:37

Башҡортостан яҙыусылары Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләне

16 июндә Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыу уңайынан Башҡортостан яҙыусылары милли герой һәм шағир-импровизатор һәйкәленә сәскәләр һалды. Ҡурайсы Айҙар Байтимеров бөйөк батырға арналған халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерҙе.

«Салауат рухы» әҙәби-музыкаль акцияһы Яҙыусылар союзының төҙөкләндерелгән бинаһында — тәүҙә «Өфө йүкәләре» скверында, һуңынан тамаша залында дауам итте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағирә һәм журналист Гөлдәриә Йосопова Палдискиға сәфәр тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

— Мин Салауат темаһы менән 1960 йылдарҙан бирле шөғөлләнәм, — тип һөйләне «Башинформ»ға Ҡәҙим Аралбай. — 1964 йылда 1-се курсты тамамлағандан һуң буласаҡ ғалим Мирас Иҙелбаев менән Салауат мәмерйәһенә барҙыҡ. Уның уй-фекерҙәрен һәм хис-тойғоларын нығыраҡ аңлау өсөн беҙ хатта фонарик менән 100 метр тәрәнлеккә төштөк. Салауат районына экспедиция онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һуңынан Мирас яугир һәм шағирҙың тормошон, ижадын ентекле өйрәнеп, Салауат тураһында монография яҙҙы. Ә мин 1970 йылдарҙа «Батыр яраһы» поэмаһын яҙҙым, һуңынан уның нигеҙендә композитор Морат Әхмәтовтың ораторияһы өсөн либретто ижад иттем. Уны хор һәм симфоник оркестр башҡарҙы. 1997 йылда беҙ батырҙың һуңғы төйәгенә – Палдискиға барып ҡайттыҡ. Шунда скульптор Тамара Нечаева яһаған Салауат Юлаев бюсын ҡабаттан ҡуйҙылар. Сәфәрҙән һуң мин «Рогервик», «Маяк», «Салауат ҡылысы» һәм башҡа шиғырҙарҙан торған шәлкем ижад иттем.

Йәш авторҙар Заһиҙә Мусина һәм Фәһим Әхмәров Салауат Юлаевтың шиғырҙарын уҡыны. Филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова театр сәнғәтендә Салауат образы хаҡында һөйләне. Сарала рус телле яҙыусылар секцияһы етәксеһе Светлана Чураева һәм татар яҙыусылары секцияһы етәксеһе Руслан Сөләймәнов сығыш яһаны.

Сарала шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Марсель Сәлимов, Флүр Ғәлимов, Леонид Соколов, шағирәләр Гөлназ Ҡотоева, Кристина Андрианова-Книга, Таңсулпан Рәсүл, әҙәбиәт белгесе Ғиниәт Ҡунафин һәм башҡалар ҡатнашты. Салауат батырға сикһеҙ һөйөү һәм ихтирам менән һуғарылған матур кисә, шиғырҙар, уның тормош юлы тураһында фекер алышыу Салауат Юлаев һәр яҙыусының күңелендә йәшәүен һәм уларҙы яңы әҫәрҙәргә илһамландырыуын күрһәтте.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-17/pisateli-bashkirii-otmetili-den-rozhdeniya-salavata-yulaeva-4278712

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: