10:01 (UTC+5), 10 Июня 2025

Ришат Төхвәтуллин төркөмөндә эшләгән бейеүсе егет вафат булған

Фото: Азамат Заһировтың социаль селтәрҙәре
Ләйсән Закирова

Ришат Төхвәтуллин труппаһында эшләгән бейеүсе егет Азамат Заһировтың ғүмере өҙөлгән.

Йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, Азамат тыуған ауылы Борайға ҡайтып киткән, туғандарына ярҙам иткән, баҡсала эшләгән. Ул ҡаҡы йыйып ашаған, ә яҡындағы колхоз баҫыуы химикаттар менән эшкәртелгән булған. Ел ағыулы матдәләрҙе тирә-яҡҡа таратып, үләндәрҙе ағыулағандыр, моғайын.

Ләкин егет был хаҡта белмәгән. Ҡаҡы ашағас, ул үҙен насар хис иткән, температураһы күтәрелгән. Һуңынан уны дауаханаға һалғандар. Азамат ике аҙна комала ятҡан. Табиптар күпме тырышһа ла, уны ҡотҡара алмаған. Кисә уның йөрәге тибеүҙән туҡтаған.

«Ул төркөмөбөҙҙөң йөрәге һәм ғорурлығы ине. Беҙ белгән яҡты, мәрхәмәтле һәм ихлас кешеләрҙең береһе. Уның таланты, энергияһы һәм йылыһы беҙҙең менән мәңге ҡалыр. Барлыҡ туғандарының, яҡындарының, дуҫтарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», – тип яҙа Ришат Төхвәтуллин.

«Башинформ» Азамат Заһировтың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-10/v-bashkirii-tragicheski-pogib-tantsor-iz-truppy-rishata-tuhvatullina-4272047

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика