Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.13
+0.62
90.66
+1.35
65.29
-0.05
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июнь , 14:44

«Урал батыр» китабының күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырыла

8 июндә «Урал батыр» китабының күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейы коллекцияһына тапшырыла. Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо турала белдерҙе. Был көн осраҡлы һайланмаған: хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе үҙенең указы менән 8 июндә «Урал батыр» эпосы көнөн булдырҙы.

«Китап байрамы» йәрминкәһенә йомғаҡ яһап, Радий Хәбировтың «Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһен Милли музейға һаҡларға тапшырыуы хаҡында һөйләне.

Китаптың тексы 1910 йылда мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғоловтың сәсән-ҡурайсылар Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтов һүҙҙәренән яҙған яҙмаһына нигеҙләнгән.

Бынан алдараҡ Башинформда китап байрамынан ҙур репортаж баҫылғайны. 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-02/kopiyu-knigi-ural-batyr-peredadut-v-evraziyskiy-muzey-kochevyh-tsivilizatsiy-4260838

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: