10:33 (UTC+5), 02 Июня 2025

Өфөлә «Мисс Башҡортостан» матурлыҡ конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Фото: ойоштороусыларҙан
Ләйлә Аралбаева

Өфөлә XI «Мисс Башҡортостан-2025» төбәк матурлыҡ конкурсының финалы уҙҙы. Конкурс «Мисс Рәсәй» милли гүзәллек конкурсының төбәк партнеры булып тора.

«Мисс Өфө-2025» исемен Өфөнән Ангелина Риферт алды. Уға 18 йәш, ул төҙөлөш колледжында уҡып йөрөй. 1-се вице-мисс –  Әбйәлил районынан 18 йәшлек Розалиә Низамова, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты. 2-се вице-мисс – Әбйәлил районынан 21 йәшлек Әлиә Йәнбирҙина, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты.

«Башинформ»ға ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, финал этабына 10 ҡыҙ үтте. Улар фотоға һәм видеоға төштө, мәҙәни программала, кулинария, сигеү, дефиле, позаға баҫыу, стиль буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Финал шоуында ҡыҙҙар өсөн визитка, бейеү, «Ағиҙел» башҡорт художество предприятиеһында тегелгән милли кейемдәрҙе күрһәтеү, «Башҡортостан» темаһына интеллектуаль тур һәм киске күлдәктәрҙә дефиле кеүек этаптар ойошторолдо.   

Ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде. Конкурсты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында LUNA моделдәр агентлығы үткәрҙе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-02/v-ufe-nazvali-pobeditelnits-konkursa-krasoty-miss-respublika-bashkortostan-4260929

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика