

Өфөлә «Китап байрамы»нда йыл китабын һайланылар. «Урал батыр ерендә йыл китабы» конкурсында Башҡортостан Башлығының махсус призына «Аҡ ҡала» нәшриәт йортоноң (Мәскәү) «Еңеү йылъяҙмаһы 1941-1945» тарихи баҫмаһы лайыҡ булды.
Рәсәй китап нәшриәтселәре ассоциацияһы президенты Константин Чеченев етәкселегендәге жюри ете номинацияла еңеүселәрҙе билдәләне. Улар араһында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең продукцияһы ла бар.
«Белеүемсә, жюри көсөргәнешле эшләне, – тине республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. – Беренсенән, сөнки быйыл ғаризалар һаны сираттағы рекордты уҙып китте: 2024 йылда 100 эш булһа, быйыл иһә 130. Ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киңәйҙе: Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм сит илдәрҙән 38 нәшриәт. Икенсенән, конкурсҡа бик күп ҡыҙыҡлы, сифатлы нәшер ителгән китаптар тәҡдим ителде, уларҙың араһынан иң яҡшыларын һайлап алырға тура килде».
Еңеү яулаған «Аҡ ҡала» нәшриәте вәкиле Сергей Епихин «Китап байрамы»нда өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Өфөләр һәм нәшриәтселәр өсөн шәп байрам ойошторолдо, тип иҫәпләй ул.
«Һәр нәшриәт китап уҡыусылар араһында иң яҡшыһы булырға теләй. Беҙ ҙә конкурста еңеүгә өмөтләндек һәм өмөттәребеҙ аҡланды! – тип билдәләне ул. – Сөнки һәр һалдат генерал булырға ынтыла».
Бынан алдараҡ «Башинформ» «Китап байрамы»н да хәйриә акцияһы өсөн 500-ҙән ашыу китап йыйыуҙары хаҡында яҙғайны.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-01/v-ufe-na-kitap-bayrame-nazvali-knigu-goda-4259724
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.