«Дөрөҫ китап — әхлаҡ һәм рухи көс сығанағы ул», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә асылған Китап байрамында.
Тәүҙә Радий Хәбиров, Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар китап йәрминкәһе майҙансығын ҡарап сыҡты, ҡатнашыусылар менән аралашты.
«АСКИ» китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченев билдәләүенсә, Башҡортостан етәкселегенең китап нәшриәтен үҫтереүгә етди иғтибары һөҙөмтәһендә Башҡортостан «Китап» нәшриәте баҫмалар һаны һәм тиражы буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй.
«Ошо федераль кимәлдәге күргәҙмәлә 100-ҙән ашыу нәшриәт ҡатнаша. Был күп нәмә тураһында һөйләй. Төрлө төбәктәрҙән милли нәшриәттәрҙең байтаҡ булыуы ҡыуандыра. Башҡортостан иң күп уҡыған төбәк тигән статусын раҫлай», – тип билдәләне Константин Чеченев.
Ул шулай уҡ республика Башлығына совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенең 80 йыллығы уңайынан әҙерләнгән «Еңеү йылъяҙмаһы. 1418 көн һәм төн» китабын бүләк итте.
«Китап» нәшриәте етәксеһе Эльмира Хәйретдинова һүҙҙәренсә, быйыл китап йәрминкәһендә улар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына ҡарата донъя күргән яңы баҫмалар менән таныштыра. Дәүләт ярҙамы менән «Китап» илдең алдынғы төбәк нәшриәттәренең береһе булып ҡала һәм быйыл йәрминкәлә 300-гә яҡын китап тәҡдим итә, тип билдәләне республика етәксеһе.
Йәрминкәлә Беларусь Республикаһының сағыу стенды ла бар.
«Беҙ Китап байрамында икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙ менән 2,5 тонна китап алып килдек. Башҡортостанда китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур, шуға быйыл китаптарыбыҙ күберәк. Белорус телендә генә 200 китап. Китап байрамы халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тура килә, шуның өсөн балалар өсөн әҙәбиәт күп», — тине «Макбел» нәшриәтенең генераль директоры Дмитрий Макаров.
Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар патриотик зонала маскировка селтәре үргән ирекмәндәр, шулай уҡ уҡ МХО ветерандары һәм махсус операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән аралашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл форумға 400-ҙән ашыу ҡатнашыусы килде. Улар араһында Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Ирандан 100-гә яҡын нәшриәт бар.
«Дөрөҫ китап – әхлаҡ сығанағы, рухи көс сығанағы. Шуға күрә дөрөҫ китаптар уҡыһаң, ваҡытында уҡыһаң, гармониялы шәхес формалаша тип иҫәпләйем», — тип яуапланы Радий Хәбиров Башинформ журналисының һорауына.