Башҡортостан Башлығы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тураһында положениеға үҙгәрештәр индереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Указға ярашлы, комиссияға документтар тапшырыу ваҡыты үҙгәрҙе. Быға тиклем 15 июндән 15 июлгә тиклем генә ҡабул итһәләр, хәҙер 1 июндән 1 авгусҡаса тапшырырға була.