08:19 (UTC+5), 29 Мая 2025

AY YOLA төркөмө Алыҫ Көнсығышта яңы клип төшөрә

Фото: Саха (Яҡут) Республикаһы башлығының телеграм-каналы
Ләйлә Аралбаева

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө Алыҫ Көнсығышта яңы клип төшөрөргә әҙерләнә. Саха (Яҡут) Республикаһы башлығы Айсен Николаев менән осрашыуҙа һүҙ шул турала барҙы. Төбәк етәксеһе үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә AY YOLA музыканттары «Алыҫ Көнсығышта эшләнгән» форумында ҡатнаша. 

«Был аҙнала Яҡутстанда II «Алыҫ Көнсығышта эшләнгән» халыҡ-ара креатив индустриялар форумы үткәрелә. Форумда ҡатнашыу өсөн республикабыҙға заманса этномузыканың сағыу тауышы – AY YOLA башҡорт фолк-төркөмө лә килде. Ҡунаҡтарыбыҙ менән аралашыуыма бик шатмын, — тине Айсен Николаев. — Музыканттар үҙҙәре, ижади юлы хаҡында һөйләне һәм артабанғы уй-ниәттәре менән уртаҡлашты. Беҙҙең форумда улар концерт менән сығыш яһай, панель дискуссияларҙа ҡатнаша һәм заманса форматтар аша милли мәҙәниәтте танытыу тәжрибәһе менән уртаҡлаша».

Музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамазанов һүҙҙәренсә, яңы клип Алыҫ Көнсығышта ғына түгел, башҡа илдәрҙә лә төшөрөлә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-05-29/bashkirskaya-gruppa-ay-yola-snimet-svoy-novyy-klip-na-dalnem-vostoke-4254992

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика