07:33 (UTC+5), 28 Май 2025

Өфөлә «Китап байрамы»нда Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабының исем туйы була

Альмира Давлетбаева

III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Седые ковыли» китабының исем туйы була. Сара 30 майҙа көндөҙгө көндөҙгө 4-се 30 минутта башлана. Унда шиғырҙар яңғырай, автор менән аралашырға, һорауҙар бирергә, автограф алырға мөмкин.

Китап ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Унда Ҡәҙим Аралбайҙың рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙары һәм поэмалары тупланған.  Тәржемәселәр араһында Дим Дәминов, Ғәзим Шафиҡов, Анатолий Майоров һәм башҡалар, шулай уҡ шағирҙың ҡыҙы Ләйлә Аралбаева һәм уның туғанының ҡыҙы Гүзәл Мөкминова бар.

«Күптән көтөлгән китабым, йәш автор кеүек ҡыуанам, — тине яҙыусы. — Был минең рус телендәге икенсе китабым, ә тәүге «Гонец» тәржемәләр йыйынтығы 1983 йылда баҫылып сыҡты. Улар араһында башҡорт телендә бик күп китаптар донъя күрҙе, ә русса китапҡа сират етмәне. Китаптан бер ҡасан да айырылмағыҙ, уҡыған кеше үҙен тормошта ышаныслыраҡ, ҡыйыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ кеше итеп хис итә».

Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев (1941 йылда тыуған) — башҡорт шағиры, прозаик, публицист, мөхәррир, педагог, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Китапты нәшриәттең Ленин урамындағы яңы магазинынан һатып алырға мөмкин.

16+

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-05-27/v-ufe-na-kitap-bayrame-sostoitsya-prezentatsiya-novoy-knigi-kadima-aralbaya-4252597

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика