

6 июндә Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылының һабантуй яланында VI «Кәкүк сәйе -2025» республика этно-фестивале ойошторола. Проект башҡорт халҡының милли-мәҙәни үҙенсәлеген, йолаларын, халыҡ байрамдарын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фестиваль программаһында «Иң яҡшы сәй тантанаһы», «Кәкүктең иң яҡшы йола костюмы» һәм «Иң яҡшы фольклор коллективы» кеүек номинацияларҙа конкурстар була. Ҡунаҡтарҙы оҫталыҡ дәресе, башҡорт сәйен күрһәтеү, Гордеевтың фитоүҙәге, шулай уҡ халыҡ ижады әйберҙәре, ҡулдан эшләнгән биҙәүестәр һәм сувенирҙар күргәҙмә-һатыу көтә. Программала шулай уҡ милли уйындар һәм ҡатнашыусыларҙы бүләкләү ҡаралған.
Фестивалдә фольклор коллективтары, шулай уҡ саҡырылған ансамблдәр һәм айырым башҡарыусылар ҡатнаша.
Ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Нуриман районы хакимиәте сығыш яһай.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Нуриман районында тәүге тапҡыр «Кәкүк сәйе» этно-фестивале 2014 йылда уҙҙы. Фестивалдә Баймаҡ районының Темәс, Ғафури районының Сәйетбаба ауылдарынан һәм Благовар районынан Ҡәнзәфәр бей исемендәге Һарайлы тарихи-мәҙәни үҙәктәре әүҙем ҡатнашты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.