

Башҡортостандың халыҡ сәсәне, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, педагогик хеҙмәт ветераны Фларис Ғайсин 76-сы йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән.
Фларис Хәтмулла улы Ғайсин 1950 йылда Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. 1954 йылда атай-олатайҙарының тыуған яғына, Салауат районының Иҙелбай ауылына күсенгән. Ул Аблайҙың кесе улы һәм Байыҡ сәсәндең туғаны Танһыҡ Аблаевтың туранан-тура вариҫы, тип хәбәр иттеләр халыҡ ижады үҙәгенән. Мәсәғүт педагогия училищеһын һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус һәм башҡорт телдәре һәм әҙәбиәте факультетын тамамлағандан һуң мәғариф өлкәһендә эшләй. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001).
2013 йылда педагогик эшмәкәрлеген тамамлағандан һуң Фларис Ғайсин «Әйлеләр» сәсәндәр мәктәбен ойоштора. 2018 йылда «Әйлеләр» сәсәндәр мәктәбенә — «Халыҡ коллективы», ә Фларис Ғайсинға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ сәсәне» тигән исем бирелә.
Фларис Ғайсин – шағир һәм сәсән (Аҡйегет), 300-ләп шиғыр һәм поэма авторы, 50-нән ашыу шиғырына йырҙар яҙылған. «Алтын йыһанымдан моң алам» китабы авторы, «Күңелем кәрәҙҙәре», «Башҡортостан ынйылары» китабы авторҙашы. Тарихи шәхестәргә һәм көнүҙәк темаларға арналған ҡобайырҙар һәм поэмалар ижад иткән, сценарийҙар яҙған.
Фларис Хәтмулла улы художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша. Йәш сағында оҙаҡ йылдар «Йүрүҙән» бейеү коллективы солисы була, гармунда уйнай, «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамының театрлаштырылған тамашаларында бик күп ролдәрҙә уйнай, Байыҡ сәсән һәм Юлай Аҙналин ролдәрен алыштырғыһыҙ башҡарыусы. Төрлө конкурстар лауреаты һәм дипломанты.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.