Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Элвин Грей (Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин) «Бродяга» хиты авторы Эльбрус Джанмирзоев менән бергә яңы йыры сығыуын иғлан итте. Радик үҙенең телеграм-каналына һалған видеояҙмаһында рилс төшөрөргә әҙерләнеүе тураһында әйтте.
— Минеңсә, беҙгә тыңлаусыларыбыҙ өсөн альбом сығарырға кәрәктер тип уйлайым, — тине Эльбрус. — Беҙҙе Кавказ да ишетер тип ышанам.
Элвин Грей әйтеүенсә, был берлектәге концерт булыуы мөмкин. Беҙҙең йырҙы ниндәй ҡалала тыңларға теләр инегеҙ, комментарийҙа яҙығыҙ, тип мөрәжәғәт итте музыканттар.
Бынан алдараҡ Башинформ Олег Газмановтың Элвин Грейға хиттар һәм стейктар ҡыҙҙырыу буйынса оҫталыҡ дәресе биреүен хәбәр иткәйне.