06:38 (UTC+5), 13 Мая 2025

Радий Хәбиров Башҡортостанда китап нәшер итеү эшенә ярҙам тураһында белдерҙе

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостанда китап сығарыу эшенә ярҙам күрһәтелә, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Башҡортостанда китап нәшер итеү инфраструктураһын яңыртыу тураһында ҡарар бер нисә йыл элек ҡабул ителде. Республикала башҡорт яҙыусыларының ниндәй әҫәрҙәр ижад итеүенә, ниндәй китаптарға һорауҙың ҙур булыуына иғтибар көсәйҙе, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналыБашҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы

«Былар барыһы ла яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Уҙған йылда ғына Башҡортостандың «Китап» нәшриәте ярты миллион дананан ашыу китап — дәреслектәр, башҡорт классиктары һәм хәҙерге яҙыусыларҙың әҫәрҙәре, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар өсөн өсөн китаптар сығарҙы. Әҙәбиәт башҡорт, рус, татар, инглиз һәм башҡа телдәрҙә нәшер ителә.

Онлайн-сауҙа һөҙөмтәһендә Башҡортостан нәшриәтенең китаптарын республиканан ситтә лә һатып алырға мөмкин. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса 81 төбәк халҡы 5 меңдән ашыу заказ биргән. Беҙҙең китаптар Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан һәм Грузияға китә. Мин быны мәҙәниәтебеҙҙең әһәмиәтле еңеүе тип иҫәпләйем.

Ә «Китап»ҡа артабан да ярҙам күрһәтербеҙ. Рәсәйҙең иң ҙур төбәк нәшриәте, башҡорт телен, башҡорт әҙәбиәтен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә төп партнерыбыҙ, илдә һәм донъяла күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙең амбассадоры», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-05-12/radiy-habirov-zayavil-o-podderzhke-bashkirskogo-knigoizdatelstva-4231731

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика