

Ҡазанда яҙыусы, фронтовик шағир, сығышы менән Башҡортостандан булған Фәтих Кәримгә һәйкәл асылды. Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлеханов ҡатнашлығындағы «Йәштәр» скверындағы сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Был хаҡта «Башинформ»ға Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов хәбәр итте.
Фәтих Кәримде ике республиканы берләштергән шағир тип йөрөтәләр. Һәйкәл эскизы авторҙары – Мәскәү скульпторҙары Денис Мельников һәм Захар Карамян. Монументты төҙөүгә биш йыл ваҡыт талап ителде. Эскиз уның ҡыҙы Ләйлә Фәтих ҡыҙы иҫән сағында уҡ һөйләшеп килешелгән.
Фәтих Кәрим 1908 йылдың 27 декабрендә (1909 йылдың 9 ғинуарында) Айыт ауылында (хәҙерге Бишбүләк районы) тыуған. Башланғыс белемде лә ошонда алған, 1922 йылда Бәләбәй педагогия техникумына уҡырға ингән. 1942 йылдың февраленән 1945 йылдың февраленә тиклем Фәтих Кәрим фронттың алғы һыҙығында дошманға ҡаршы һуғыша. I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән, башҡа наградалары бар. Был осорҙа шиғырҙары фронт гәзиттәрендә баҫыла, әҫәрҙәрен халыҡ яратып уҡый.
Яҙыусының исеме тыуған республикаһында ла мәңгеләштерелде. Бәләбәй һәм Бишбүләк райондары хакимиәттәре Фәтих Кәрим исемендәге премия булдырҙы, уның тыуған ауылында музей асылды һәм бюст ҡуйылды, Айыт мәктәбе шағирҙың исемен йөрөтә.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.