13:01 (UTC+5), 07 Мая 2025

Сибайҙа Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов тураһында спектакль сәхнәләштерелде

Фото: Сибай драма театрының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Сибайҙа «Ҡанатлы генерал» спектакленең премьераһы булды. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы йылында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлин Хәмит Ирғәлин пьесаһы буйынса спектакль ҡуйҙы.

Хәрби драмала генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тормошо һәм хәрби юлы сағыла. Драманың йөкмәткеһе төп геройҙың тормошон үҙгәрткән ваҡиғалар менән тулы. Артистар геройҙарының хис-тойғоларын еткерә алды, образдар һәр кемгә аңлайышлы, ти спектаклде ҡараған тамашасылар. Башҡорт халҡының данлы улы, һуғыш йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының беренсе полкы командиры Таһир Күсимов тамашасылар алдында ябай ауыл көтөүсеһенән генерал дәрәжәһенә еткән сағыу шәхес булып баҫты.

Таһир Күсимов ролен – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, ҡатыны Сәйҙәне Башҡортостандың халыҡ артисы Айгөл Хәкимова башҡарҙы. Йәш Күсимов образын актер Нәфис Сәйетов кәүҙәләндерҙе.

Спектаклгә әҙерлек барышында коллектив геройҙың тыуған яғында – Әбйәлил районының Күсем ауылындағы музейҙа булды. Артистар үҙенсәлекле экспонаттар менән танышты.

Спектаклдең композиторы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев. Хореограф —Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин, сәхнә биҙәлеше – Рөстәм Баймөхәмәтов.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-05-07/v-bashkirii-postavili-spektakl-o-geroe-sovetskogo-soyuza-tagire-kusimove-4227333

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика