Әлеге минуттарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданы Фидан Ғафаров менән бәхилләшеү башланды. Күренекле артистың яҡындары, коллегалары һәм ижадын һөйөүселәр уның хөрмәтләп иҫкә алырға йыйылды. Улар сиратлап табут эргәһенә килә, сәскәләр һала. Залда Фидан Ғафаровтың йырҙары яңғырай.
Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул Фидан Ғафаровҡа «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшырҙы. Республика етәксеһе бүләкләү тураһында указға артист иҫән сағында уҡ ҡул ҡуйылғанын билдәләне. Радий Хәбиров награданы уның улы Азамат Ғафаровҡа тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халҡыбыҙҙың яратҡан шәхесен Дүртөйлө районында хәләл ефете янында ерләйҙәр.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.