08:12 (UTC+5), 28 Апреля 2025

Республика етәксеһе Фидан Ғафаровтың үлем сәбәбен әйтте

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
Ләйлә Аралбаева

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә халыҡ һөйөүен яулаған легендар актер Фидан Ғафаровтың үлем сәбәбен әйтте.

— Кисә оло юғалтыу кисерҙек, 78-се йәшендә Башҡорт академия драма театры актеры, ҡәҙерле Фидан Сафа улы Ғафаров арабыҙҙан китте. Мине уны ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыуҙары тураһында иҫкәрткәйнеләр. Операция 2,5 сәғәт барҙы. Беҙ бик өмөтләнгәйнек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул яҡты донъя менән хушлашты, — тине Радий Хәбиров.

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров 55 йылдан ашыу ғүмерен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына бағышланы. Радий Хәбиров уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Республикала билдәле шәхестең ижадын белмәгән кеше юҡтыр, тине ул. Фидан Ғафаровты Дүртөйлө районында хәләл ефете янында ерләйҙәр.

— Бәхилләшеү сараһы милли театрҙа була, һис шикһеҙ, халыҡ та күп килер. Барыһы ла яҡшы, лайыҡлы үтергә тейеш, — тине Радий Хәбиров.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Фидан Ғафаров менән бәхилләшеү 29 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәғәт 10-да була. Матәм митингыһы сәғәт 11-ҙә башлана. Легендар актерҙы тыуған төйәгендә – Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында ерләйҙәр.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-28/glava-bashkirii-skazal-o-prichinah-smerti-fidana-gafarova-4216006

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика