
Башҡорт драма театры Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын премьера менән ҡаршылай. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның повесы буйынса «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле 23 һәм 24 апрелдә сәхнәләштерелә. Режиссер Айрат Абушахманов уның жанрын кинодрама тип билдәләй.
«Был спектакль генә түгел, ә мөхәббәт тураһында йөрәккә үтеп инерлек тарих, — ти инсценировка авторҙашы Динара Ҡәйүмова. — Повеста Фәрхинур фронтҡа киткән һөйгән йәренән хәбәр көтөп йәшәй һәм ғүмере буйына уға тоғролоҡ һаҡлай. Уның тарихы –тоғролоҡҡа, рух көсөнә, ваҡыт һәм ара алыҫлығын белмәгән мөхәббәткә гимн. Режиссёр Айрат Әхтәм улы тамашасыға Фәрхинурҙың хис-тойғоларын һәм кисерештәрен еткереү өсөн бик күп көс һалды. Ул тамашасы матур мөхәббәт тарихының һәр һүҙен, һәр минутын йөрәге аша үткәрә алһын өсөн авторҙың һутлы һәм сағыу телен мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға тырышты. Был спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Ринат Абушахманов, видеорежиссеры – Руслан Юлтаев, яҡтыртыу буйынса рәссамы – Сергей Гаевой, немец теленән консультант – Рәмзиә Латипова. Төп ролдәрҙе Илгизә Ғилманова, Артур Кәбиров, Айҙар Шәмсетдинов һәм башҡа актерҙар башҡара.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, премьераға билеттар реклама кампанияһы башланыр алдынан уҡ һатылып бөтөлгән. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә.
12+


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.