07:20 (UTC+5), 18 Апреля 2025

Бөгөн республикала Милли кейем көнө билдәләнә

Ләйлә Аралбаева

Бөгөн, 18 апрелдә, Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Был байрам 2020 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.

Мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө ҡалаһы мэрияһы ҙур программа әҙерләгән. Теләгән һәр кем ошо сараларҙа ҡатнаша ала.

«Был көндө беҙ мәҙәниәтебеҙҙе, ата-бабаларыбыҙҙың бай мираҫын, тарихын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтәбеҙ, тип яҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова  социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Һәр костюм – быуаттар буйына дуҫ, татыу йәшәгән республика халыҡтарының үҙенсәлеген сағылдыра. Милли кейем көнө менән!Милли кейем көнө менән!»

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда Милли кейем көнө уңайынан саралар ойошторола тип хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-18/v-bashkirii-otmechaetsya-den-natsionalnogo-kostyuma-narodov-respubliki-4203383

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика