09:24 (UTC+5), 16 Апреля 2025

112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар байрағы реставрациянан һуң Өфөгә ҡайтты

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар Ҡыҙыл байрағы реставрациянан һуң Өфөгә ҡайтты. Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында журналистарға байраҡтың тарихы, уны реставрациялау барышы тураһында һөйләнеләр һәм реставрация эштәренең һөҙөмтәләрен күрһәттеләр.

— Был байраҡҡа 80 йылдан ашыу ваҡыт үткән, шуға уны реставрациялау талап ителә ине. Был 16-сы гвардия дивизияһының хәрби байрағы түгел, был шеф байрағы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының иң беренсе байрағы, Башҡорт АССР-ы Юғары советы Президиумы тапшырған булған. 1942 йылда Миңлеғәле Шайморатов фронтҡа юлланыр алдынан байраҡ төркөмөнә тап ошо Ҡыҙыл байраҡты тапшырған, — тип һөйләне музейҙың төп һаҡлаусыһы Зилә Ниғмәтуллина. — Һуңынан 1945 йылдан 1963 йылға тиклем байраҡ Мәскәүҙә, Ҡораллы көстәрҙең Үҙәк музейында һаҡлана. Өфөгә «Бик йәшерен» грифы аҫтында ҡайтҡас, байраҡ музейға ҡуйыла, әммә ваҡыт үтеү менән экспозиция ҡиәфәтен юғалта һәм запаста һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан беҙ етәкселек ярҙамында ошо байраҡты реставрацияларға булдыҡ.

Ике яҡлы байраҡ тәүҙә ебәк репстан эшләнгән, рус һәм башҡорт телдәрендә яҙыуҙар бар. Мәскәүҙә реставрациялау эштәре дүрт айға яҡын дауам иткән. 

- Артефакттар донъяһында музей фондтарындағы байраҡтар айырым урынды биләй, сөнки элек-электән байраҡтар яугирҙәрҙең берҙәмлеген, фиҙакәрлеген, хатта үҙ ғүмерен ҡорбан итеүен кәүҙәләндергән. Тап ошо байраҡ Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтары өсөн айырыуса мөһим, сөнки ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларының тере шаһиты булып тора, – тине Зилә Ниғмәтуллина. – Бөгөн дә ул  – илһөйәрлек, берләшеү, көслө рух символы. Шуға күрә был байраҡ халыҡтың һәм яугирҙәрҙең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн күрһәтер һәм Еңеү өсөн ғүмерен биргәндәр тураһында хәтерҙе һаҡлар тип ышанабыҙ.

9 майҙан легендар хәрби байраҡ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге музей залына даими экспозицияға ҡуйыла, уны теләгән һәр кем килеп ҡарарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-16/legendarnoe-znamya-112-y-bashkavdivizii-posle-restavratsii-vernulos-v-ufu-4200609

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика