Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов Андрей Малаховтың «Рәсәй-1» телеканалында барған популяр тапшырыуында ҡатнашты. «Ихлас күңелдән йырҙар» шоуында Башҡортостанға 15 минут ваҡыт бүленде.
Артур Туҡтағолов бер нисә йыр башҡарҙы. Яҡташыбыҙ Башҡортостан брендтары тураһында йырлай-йырлай Андрей Малаховҡа башҡорт балы һәм сәк-сәк бүләк итте.
— Илебеҙҙең баш ҡалаһына юлланыр алдынан уҡ мин Мәскәүҙән килгән ижади төркөмдө изге Торатауыбыҙға алып барҙым. Унда беҙ «Сал Урал», «Шайморатов генерал» хиттарын башҡарҙыҡ. Мәскәүҙәргә милли колоритыбыҙҙы күрһәтергә теләнек. Студияла үҙебеҙҙең «Далан-стайл» («Gangnam Style» ремиксы), «Ҡырағай бал» йырҙарын йырлап күрһәттек. Беҙҙең сығышты йәмләргә Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа килде, ҡурайсыны ла Мәскәүҙә таптыҡ. Хуплаусылар күп булды, һинең менән ғорурланабыҙ, тип яҙалар миңә, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты артист.
Мәскәү ҡурайсыһы һәм баянсыһы Хәйҙәр Хәмиҙуллин «Ҡыҙыл йондоҙ» йыр һәм бейеү ансамблендә эшләй. Ул программала билдәле «Кондорҙың осоуы» көйөн уйнаны. Тапшырыуҙы төшөргәндә йылы, дуҫтарса мөхит бик оҡшаны, ти студияға килгән «Гөлдәр» ансамбле ҡыҙҙары.
«Шоу командаһы беҙгә уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләне. Тамашасыларҙың алҡыштары һәм йылмайыуы көс-дәрт өҫтәне! Артур Туҡтағолов шул хәтлем ҙур тәьҫир ҡалдырҙы. Уның таланты һәм харизмаһы беҙҙе рухландырҙы, һоҡландырҙы. Был шәп тәжрибә булды, беҙ быны оҙаҡ онотмаҫбыҙ!» — ти яҡташтарыбыҙ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.