

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы быйыл 26-28 апрелдә үткәрелә. Белем биреү акцияһының маҡсаты – туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә башҡорт телен танытыу һәм популярлаштырыу.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм офлайн форматтарҙа ойошторола. Университеттарҙа, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында, Милли музейҙа, «Йәшлек House» йәштәр йортонда, Ә. Вәлиди исемендәге милли китапханала һәм башҡа урындарҙа майҙансыҡтар асыла. 25 апрелгә тиклем акцияның сайтында һәр кем үҙенең офлайн-майҙансығын теркәй ала. Диктант яҙыу өсөн 2025 йылдың 11 апреленән 25 апреленә тиклем теркәлергә кәрәк.
26 апрелдә сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай.
11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Акцияла һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Рәсми һөҙөмтәләр https://bashdictant.ru/ сайтына урынлаштырыла.
Ойоштороусылар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.