8 апрелдә Рәсәй Ҙур театрының тарихи сәхнәһендә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры «Рахманинов. Ғүмергә торошло симфония» балет-фантазияһын күрһәтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһенә биргән интервьюһында мәҙәни ваҡиғаның республиканың театр тормошонда оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, Мәскәү сәхнәһендәге премьера Башҡортостан алып барған сәйәсәттең логик дауамы булды.
«Хәтерегеҙгә төшөрәм, беҙҙең артистар труппаһы Ҙур театрҙа һуңғы тапҡыр 1955 йылда сығыш яһаған. Дүрт йыл элек Ҙур театр етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, ул саҡта Валерий Гергиев етәксе ине. Ул беҙҙе хупланы. Беҙ йыл да Башҡорт дәүләт опера театры постановкаларын күрһәтеү тураһында һөйләшеп килештек. Беренсенән, барыһы ла беҙҙең спектаклдәрҙең сифаты, уларҙың юғары кимәле менән таныш. Икенсенән, бындай ваҡиға — Башҡортостандың абруйы, республика мәҙәниәтенең кимәле тураһында һөйләй. Беҙ бында «Аттила», «Садко», «Дон Кихот», бөгөн иһә «Рахманинов. Ғүмергә торошло симфония» спектаклдәрен ҡуйҙыҡ. Әле киләһе йылда спектаклдәр күрһәтеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был беҙҙең опера һәм балет театры эшенә этәргес бирә. Был мөһим эш», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров ошондай саралар өсөн сығымдарҙы артыҡ тип иҫәпләгән скептиктарҙың һорауҙарына ҡарата ла үҙ фекерен белдерҙе. Башҡортостан Башлығы уларға яуап бирергә йыйынмай, сөнки бындай ваҡиғаларҙы республика халҡы хуплай.
«Мин бер ҡасан да скептиктарға яуап бирмәйем. Хоҙай үҙе хөкөм итер. Республика халҡының хуплауы уларға яуап булһын. Беҙ дөрөҫ эшләйбеҙ, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙең Башҡорт опера һәм балет театры бында — Мәскәүҙә. Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһе – һәр артистың хыялы».
«Рахманинов. Ғүмергә торошло симфония» — бөйөк рус композиторы, пианист һәм дирижер ижадына арналған биографик балет. Балеттың премьераһы 2023 йылдың 24 ноябрендә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында бөйөк рус композиторының 150 йыллығы билдәләнгән йылда күрһәтелде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.