Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ауыр ҡайғы. Артист социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, уның әсәһе Бибинур Ғәлим ҡыҙы мәрхүм булған
«Хуш, Әсәй, тыныс йоҡла», — тип яҙған Айҙар Ғәлимов.


Бибинур Ғәлим ҡыҙы оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән. Тормош иптәше Минниғәни Бәхтиғәни улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғаиләбеҙ ижади булды, беҙҙең йортта һәр саҡ музыка уйнап торор ине, тип хәтерләй Айҙар Ғәлимов.
«Беҙҙең өйҙән йыр-моң өҙөлмәне. Атай тальян-гармунда һыҙҙырып уйнай ине, ә әсәйем матур йырлай ине. Әсәйемдең әсәһе лә матур йырланы, уларҙың тауышын яҙҙырып өлгөрмәүемә үкенәм. Бынан тыш, атай-әсәйем халыҡ театрҙарында сығыш яһай торғайны. Шуға күрә минең ижад юлын һайлауым осраҡлы хәл булманы», — тип хәтирәләре менән уртаҡлашлы йырсы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.