

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны Риф Ғәбитовты тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙаттылар. Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Фәтих улы филолог белемен алған, ләкин сәнғәт юлын һайлаған. Ул ансамблгә 1974 йылда килә. Ошонда 20 йыл буйына халыҡ бейеүҙәрен башҡара, ҡурайҙа уйнай. 2000-2004 йылдарҙа Риф Ғәбитов коллективтың художество етәксеһе булып эшләй.
Риф Фәтих улы күп йылдар инде ансамбль балетмейстеры. Уның «Еҙ үксә», «Ҡоралай», «Саптар», «Көтөүсе йыры», «Тархандар», «Бөркөтостан» һәм башҡа бейеүҙәре ансамблдең репертуарын байыта, уға сағыулыҡ өҫтәй.
— Ансамблдең үҫешенә тос өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Бейеүҙәрегеҙ ансамблдең репертуарын биҙәй, тамашасы уларҙы ярата. Һеҙҙең ижад осоронда башҡорт хореографияһында «Ғәбитов» почеркы барлыҡҡа килде, — тип билдәләне ансамбль директоры Нәзир Байегетов.
— Ансамблгә имтихан тапшырғанда Риф Фәтих улы комиссия рәйесе ине, ул мине ошо коллективҡа алды. Шуның өсөн һеҙгә бик рәхмәтлемен, — тине балет буйынса репетитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Әйүпов.
— Риф Фәтих улы менән беҙ 1974 йылдан, ижад юлыбыҙ башланғандан бирле бергә бейенек. Бергәләп ҙур юл үттек, күп илдәрҙә булдыҡ. Уның идеялары менән ансамблдә яңы бейеүҙәр барлыҡҡа килде, «Еҙ үксә» постановкаһы өҫтөндә лә бергә эшләнек. Кремль һарайында концерт программаһын «Тархандар» бейеүе менән асыу бик оҡшаны, — тине балет буйынса репетитор, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рим Әбделмәнов.
Риф Фәтих улы хаҡлы ялда ла яңы постановкалар һәм проекттар өсөн идеялар эҙләргә вәғәҙә бирҙе, тип хәбәр иттеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән.
2022 йылда «Башинформ»да билдәле бейеүсе һәм хореограф Риф Ғәбитов менән интервью баҫылып сыҡты.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.