12:30 (UTC+5), 03 Апрель 2025

Өфөгә «Донбасс» дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле килә

Фото: «Донбасс» ансамбленең рәсми аккаунты
Ләйлә Аралбаева

18 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең һәм «Донбасс» атҡаҙанған дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбленең берлектәге концерты була. Концерт президент иғлан иткән Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

- Концерт программаһы «Йәшәйәсәкбеҙ» тип атала, – тип белдерҙеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтендә. – Һуғыш йылдарындағы үлемһеҙ әҫәрҙәр һәм заманса композициялар һәр тамашасының йөрәгенә үтеп инерлек. Уларҙа 80 йыл элек еребеҙҙә тыныслыҡ һәм азатлыҡ өсөн көрәшкән атай-олатайҙарыбыҙға сикһеҙ рәхмәт тойғоһо сағыла.

«Донбасс» – Донецк Халыҡ Республикаһының визит карточкаһы (генераль директоры һәм художество етәксеһе – Ольга Горячева). Коллективтың ижады ла 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәгән төбәк кеүек  сағыу һәм күп милләтле. «Донбасс» ансамблен 1937 йылда композитор Зиновий Дунаевский ойоштора. Шахтерҙар ансамбле (коллективтың тәүге исеме) Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Көньяҡ фронтта сығыш яһай, меңгә яҡын концерт бирә, «Кавказды обороналаған өсөн» һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.

Коллективтарҙың бер сәхнәлә сығыш яһағаны бар. 2021 һәм 2022 йылдарҙа Өфөлә ансамблдәрҙең берлектәге концерты үтте, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-03/v-ufu-priezzhaet-gosansambl-pesni-i-tantsa-donbass-4182885

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика