05:54 (UTC+5), 27 Март 2025

Альбина Нуриманова башҡорт хореография колледжы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Ләйлә Аралбаева

Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы етәксеһе итеп Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Нуриманова тәғәйенләнде. Уның менән коллективты 25 мартта мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина таныштырҙы.

Альбина Радик ҡыҙы Нуриманова Өфөлә тыуған. Р.Нуриев исемендәге БХК-ның халыҡ бүлеген һәм ВЭГУ академияһын «Ижади коллектив етәксеһе» белгеслеге буйынса тамамлаған. Башҡортостан Республикаһы Президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә исемле грантына эйә була, Башҡортостандың халыҡ артисы, хеҙмәт ветераны. 25 йыл Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы булып эшләй.

2007 йылда Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡарамағындағы Балалар студияһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. «Бүре һәм ете кәзә бәрәсе» хореографик спектакле авторы, унда студияның 200-ҙән ашыу тәрбиәләнеүсеһе һәм ансамблдең өлкән артистары ҡатнашты. Уның етәкселегендә балалар студияһы Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Астанала, Сочиҙа һәм башҡа ҡалаларҙа үткән халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстарында һәм фестивалдәрендә еңеү яулай.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-03-27/bashkirskiy-horeograficheskiy-kolledzh-vozglavila-albina-nurimanova-4174204

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика