06:06 (UTC+5), 20 Март 2025

Силәбелә күренекле башҡорт балеринаһы тураһында китап донъя күрҙе

Фото: Михаил Хәбировтан
Дарья Субботина

 Рәсәйҙә тәүге тапҡыр башҡорт балетының тере легендаһы: балерина, балетмейстер, педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Эмма Тимерғәзина хаҡында китап сыҡты. Баҫма Силәбелә «Абрис» нәшриәтендә донъя күрҙе.

Уның авторы – Силәбе яҙыусыһы, режиссер һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре Мөнирә Хәлимова. Китапта танылған балеринаның тормошо һәм ижады, уның дуҫтары, коллегалары, бала сағы, уның биографияһының башҡа мөһим мәлдәре хаҡында йәнле һәм мауыҡтырғыс итеп бәйән ителә. Баҫмала балеринаның шәхси архивынан уникаль фотолар урын алған, уларҙың күбеһе тәүге тапҡыр баҫылған: Мөнирә Хәлимова күренекле балеринаның Ленинград хореография училищеһындағы сығарылыш концертында тәүге сығышынан алып үҙенсәлекле фотойылъяҙмаһын төҙөгән. Китап фактологик материалдарға бай.

Төҫлө фотоһүрәттәр һәм текст XX быуаттың бөйөк балеринаһының ҡыҙыҡлы портретын тыуҙыра. Китап авторҙың үҙ аҡсаһына нәшер ителә. Хәҙер Мөнирә Үлмәҫ ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атаһы тураһында яңы китап яҙа, тип хәбәр итте башҡорт халыҡ үҙәгенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-03-20/v-chelyabinske-vyshla-kniga-o-legendarnoy-bashkirskoy-balerine-4164241

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика