

Башҡортостандың Яҙыусылар союзынан ҡайғылы хәбәр менән уртаҡлаштылар: Бөрйән районында журналист Иршат Теләүембәтов арабыҙҙан китеп барҙы. Ул оҙаҡ йылдар «Шоңҡар» республика йәштәре журналын етәкләне.
Иршат Әнүәр улы Теләүембәтов 1962 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында аспирантураны уңышлы тамамлай («Сәйәси процестар һәм технологиялар, этносәйәси низағтарҙы өйрәнеү» буйынса уҡый).
Хеҙмәт юлын 1985 йылда «Ленинец»—«Ленинсы» республика йәштәр гәзитендә тәржемәсе булараҡ башлай.
1986 йылда Бөрйән леспромхозыныңкомсомол комитеты секретары итеп һайлана, ВЛКСМ-дың Бөрйән райкомы бюроһы ағзаһы була.
1990 йылдан 1995 йылға тиклем тыуған ауылында тарих һәм йәмғиәт фәндәрен уҡыта.
1995 йылдың авгусынан 2002 йылдың июленә ҡәҙәр ете йыл «Башҡортостан» гәзитендә эшләй. Хәбәрсенән алып бүлек мөхәррире, баш мөхәррир урынбаҫарына тиклем вазифа баҫҡыстарын үтә. Республикала, илдә һәм тотош донъяла барған сәйәси ваҡиғаларға арнап аналитик мәҡәләләр менән сығыш яһай, үҙен үткер һүҙле талантлы журналист итеп таныта.
Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәр барған осорҙа өс мәртәбә (1995, 1997, 1998 йылдарҙа) ижади сәфәрҙә булып ҡайта. Бер нисә мәртәбә Һалдат әсәләре комитеты, Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған гуманитар йөктө беҙҙең һалдаттарға алып барып таратыуҙа ҡатнаша. Ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп, гәзит биттәрендә мәҡәләләр серияһы менән сығыш яһай.
Юлъяҙмалары, сәйәси темаларға арналған мәҡәләләре өсөн 1996 йылда «Башҡортостан» гәзитенең йыл лауреаты була.
2002 йылдың июлендә «Шоңҡар» журналына баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Артабан Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия үҙәгендә әйҙәүсе белгес булып эшләп ала. Бер үк ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
2011 йылдың авгусында «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.