

11 мартта Мәскәүҙең Кремль һарайында Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» тигән программаһы менән беренсе концерты уҙҙы.
Тәүге бүлектә тамашасылар башҡорт хореографияһы классикаһы – «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары», «Шаян ҡыҙҙар» һәм Фәйзи Ғәскәров мираҫының алтын фондына ингән башҡа бейеүҙәрҙе, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған бейеү композицияларын ҡараны.
Икенсе бүлектә «ғәскәровсылар» донъя халыҡтары: испан, ҡаҙаҡ, хорезм, аргентин, ҡытай бейеүҙәрен һәм башҡа сағыу композициялар тәҡдим итте.
«Кремль һарайында Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең концерты менән беренсе тапҡыр сығыш яһаны, – тип хәбәр итте Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. – Беҙҙең өсөн был тарихи ваҡиға булып тора. Беҙ Рәсәй һәм сит ил халыҡтары бейеүҙәрен, бар донъяны берләштергән дуҫлыҡты күрһәттек. Ансамблдең Башҡортостан мәҙәниәтенең сағыу вәкиле һәм илсеһе булыуына ынтылабыҙ».
Республика Башлығы Радий Хәбиров та коллективҡа ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
«Беҙҙең легендар һәм яратҡан халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙ тарихында тәүгә Кремль һарайында концерт менән сығыш яһай, – тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Илдең төп майҙансығында «ғәскәровсылар» «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим итте. Әйткәндәй, тап 11 март ансамблдең тыуған көнө тип иҫәпләнә. Ихлас ҡотлайым».
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле – Башҡортостандың тәүге профессиональ бейеү коллективы. Уны 1939 йылда талантлы хореограф, Игорь Моисеевтың уҡыусыһы Фәйзи Ғәскәров ойошторған.
1989 йылдан коллектив Фәйзи Ғәскәров исемен йөрөтә, 1996 йылда ансамбль академия исемен алды.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.