08:40 (UTC+5), 06 Марта 2025

Башҡортостанда 150-нән ашыу кеше башҡорт аты гимнының вариантын яҙған

Фото: Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтының матбуғат хеҙмәте
Инсаф Хужабиргәнов

Республикала «Башҡорт аты гимны» конкурсына 150-нән ашыу ғариза килгән. Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста Башҡортостанда, шулай уҡ Татарстанда, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә, Тула һәм Мәскәү ҡалаларында йәшәүселәр ҙә ҡатнаша.

Бөгөн Өфөлә конкурс комиссияһы ултырышы бара һәм конкурсҡа йомғаҡ яһала. Комиссия составында билдәле композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов, Башҡортостан гимны авторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеге мөдире Римма Садиҡова, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев һәм композитор Айрат Ғайсин эшләй.

Конкурсты «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты, Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге, Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы һәм «Ҡыпсаҡ» крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың октябрендә фермер Илнур Биктимеров тәҡдиме менән республикала башҡорт аты гимны конкурсы башланды. Еңеүсе авторға төп бүләк – башҡорт тоҡомло ат тапшырыла.

Бынан алдараҡ  республика етәксеһе башҡорт атын популярлаштырыу хаҡында һөйләгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-03-06/v-bashkirii-variant-gimna-bashkirskoy-loshadi-napisali-bolee-150-chelovek-4146798

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика