12:12 (UTC+5), 19 Февраля 2025

Өфөлә «Ҡурай даны» милли телепремияһын тапшырыу тантанаһы була

Ләйлә Аралбаева

Өфөлә «Ҡурай даны» милли телепремияһын тапшырыу тантанаһы була. 13 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында заманыбыҙҙың төп геройҙарының исемдәре иғлан ителә.

Награда үҙ эшенең оҫталарына, һөнәрселәргә, аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға, ижади лидерҙарға, шулай уҡ теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ғаиләләргә тапшырылып килә.

2024 йыл дауамында БСТ һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалдарында тамашасыларҙы дәғүәселәрҙең һәр береһе менән таныштырған тапшырыуҙар эфирға сыҡты. Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған эксперт комиссияһы аҫылташтар менән биҙәлгән «Ҡурай даны» көмөш миҙалы хужаларын һайлай. Байрамды башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Рәсүл Ҡарабулатов, Иҙел Нурғәлин, Айгөл Һағынбаева, Заһир Иҫәнсурин, «Рух» һәм «Бишбармаҡ» төркөмдәренең сығыштары биҙәй.

– «Ҡурай даны» милли телепремияһы 2018 йылда «Ҡурай-ТВ» йыр-моң телеканалы башланғысы менән булдырылды. Төп маҡсат — үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм башҡаларға танытыу, шулай уҡ башҡорт телен, мәҙәниәтен пропагандалау, һаҡлау, популярлаштырыу, халыҡ традицияларын, һөнәрҙәрен үҫтереү, – тип хәбәр итте телеканалдың баш мөхәррире Зилә Баймырҙина.

2024 йылда телепремияға 27 ҡатнашыусы — «Ҡурай» телеканалы тамашасылары тәҡдим иткән замандаштарыбыҙ күрһәтелде. Был юлы «Ҡурай даны» милли телепремияһы алты номинацияла уҙғарыла: «Ер кешеһе», «Ҡул оҫтаһы. Ҡатын-ҡыҙҙар», «Ҡул оҫтаһы. Ир-егеттәр», «Иң яҡшы ауыл фельдшеры», «Миһырбанлы ғаилә», «Иң яҡшы ауыл хакимиәте башлығы».

12+

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-02-19/v-ufe-sostoitsya-vruchenie-natsionalnoy-telepremii-kuray-dany-4128343

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика