06:39 (UTC+5), 13 Февраля 2025

«Башинформ»дың әҙәби мөхәррире «Гипертекст» әҙәби премияһының ярымфиналына сыҡты

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйлә Аралбаева

«Башинформ»дың әҙәби мөхәррире Алик Шакиров «Гипертекст» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһының «Рус теленә тәржемә» номинацияһында ярымфиналға сыҡты. Ул премияға Ғаян Лоҡмановтың «Ағын һыу» повесть һәм хикәйәләр йыйынтығын тәржемәләгән өсөн тәҡдим ителде.

Әҙәби гәзиттә Александр Чаковский исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһының оҙон исемлеге баҫылған. Ярымфиналсылар араһында «Ирәндектең күк ташы» китабы өсөн Өфө яҙыусыһы Айҙар Хөсәйенов та бар. Ул  башҡорт халыҡ йырҙарын тәржемә иткән.

Премияның ҡыҫҡа исемлеге мартта иғлан ителә. Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы майҙың икенсе яртыһында Мәскәүҙә була.

А.Б. Чаковский исемендәге «Гипертекст» Бөтә Рәсәй премияһын  «Әҙәби гәзит» Президент мәҙәни башланғыстар фонды булышлығында үткәрә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Өфөлә башҡорт яҙыусыһы, фронтовик Ғаян Лоҡмановтың 100 йыллығына уның «Ағын һыу » китабы нәшер ителеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Тәржемә авторы – Алик Шакиров.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-02-12/litredaktor-bashinforma-stal-polufinalistom-literaturnoy-premii-gipertekst-4118997

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика