

7-9 февралдә Өфөлә беренсе «Ел моңо» музыка һәм бейеү фестивале үткәрелә. Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, бик күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашев яңы программаһы менән таныштыра. Бөгөн «Рәсәй» матбуғат үҙәгендә фестивалде ойоштороусылар ошо хаҡта ентекле мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
— Ҡурайһыҙ байрам – аҡсаны елгә осороу ул. Донъяның бөтә боронғо ҡоралдарының ҡото, үҙенә генә хас вибрацияһы бар. Шуға күрә традицион халыҡ музыка ҡоралдары яңғыраһа — илаһи байрам килеп сыға, — тип белдерҙе Роберт Юлдашев.
Өс көн дауамында Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмөнөң концерты (7 февраль), дәртле бейеү һәм музыка фестивале (8 февраль) һәм саҡырылған сәхнә йондоҙҙары менән этно-музыка фестивале (9 февраль) була. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында күрһәтмә сығыштар ғына көтөлә.
— Беҙ таланттар эҙләйбеҙ, ғаризаларҙы йәшкә ҡарамайынса ҡабул иттек. Башлыса Башҡортостандың төрлө райондарынан ҡатнашалар. Был аҙнала беҙ һайлап алыуҙы тамамлайбыҙ, — тине фестивалде ойоштороусы, концерт директоры Регина Агилова. — Фестивалдең бер үҙенсәлеге — бейеүселәр йәнле музыка аҫтында сығыш яһарға тейеш.
Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры проекты менән ауаздаш исемгә килгәндә, Роберт Юлдашев былай тине:
— «Ел моңо» тигән исем – Хоҙай бүләге. 2013 йылда Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә, бер ҡалала тамашасылар ҡурайҙы, беҙҙең легендаларҙы тыңлағас, концерттан һуң яныбыҙға килде. «Был – ел моңо! Күңелебеҙгә үтеп инде», тине улар һоҡланып. Уларҙың һүҙҙәренән тәнем семерҙәп китте, һәм беҙ программаны шулай тип атарға булдыҡ, — тип һөйләне Роберт Юлдашев. — Беҙҙең эшмәкәрлектә остазлыҡ бар. Беҙгә филармониянан йәш һәләтле музыканттар килеп, тәжрибә үҙләштерҙе, беҙҙең менән практика үтте. Шул рәүешле уларҙың «Ел тыуҙырған моң...» тигән программаһы барлыҡҡа килде.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.