

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы – Туймазы ҡалаһы мәҙәниәт һарайының «Сәфәр» өлгөлө бейеү ансамбле Белоруссияның Брест ҡалаһында үткән «Мяцелiца» халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурсында Гран-приға лайыҡ булды. Был конурста Санкт-Петербург, Липецк, Дзержинск, Минск һәм Брест ҡалалары коллективтары ҡатнашты.
Конкурс йомғаҡтары буйынса «Сәфәр» ансамбле иң яҡшыһы тип танылды һәм бейеү фестивалдәренең береһенә бушлай юллама менән бүләкләнде. Йәйгеһен улар Сочи ҡалаһына барырға йыйына.
«Бөгөн төндә беҙ Белоруссиянан халыҡ-ара награда менән ҡайтҡан «Сәфәр» ансамбле тәрбиәләнеүселәрен күмәкләп ҡаршы алдыҡ! Туймазылар жюри хөкөмөнә өс бейеү тәҡдим итте, уларҙың барыһы ла беренсе дәрәжә лауреаттары дипломдары менән билдәләнде, — тип яҙа Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Беҙҙең талантлы коллективты, уның етәкселәре Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтарҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйбеҙ, беҙ һеҙҙең менән бик ғорурланабыҙ!»
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда «Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы еңеүселәре тураһында хәбәр иткәйне.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.