Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ғинуар , 11:20

Композитор Рим Хәсәнов Өфө тураһында яңы йыр ижад иткән

Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы йылында ҡаланың почетлы гражданы, легендар композитор Рим Хәсәнов республиканың баш ҡалаһына арналған яңы йыр (музыкаһы һәм һүҙҙәре) яҙған. «Һулда Ҡариҙел, уңда Ағиҙел» йырын Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Светлана Атанғолова башҡара.

Йыр өфөләрҙең күңеленә хуш килде, социаль селтәрҙә популярлыҡ яулай бара. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уны ярты миллиондан ашыу кеше ҡараны.

Йырҙы ошо һылтанма буйынса тыңларға мөмкин.

Бынан алдараҡ композитор Рим Хәсәнов «Башинформ»ға тыуған ҡалаһындағы яратҡан урындары хаҡында һөйләгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-01-27/novaya-pesnya-ob-ufe-nabrala-bolee-polumilliona-prosmotrov-4097559

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: