

Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү буйынса бәхәстәр тынмай. Реставрация ни өсөн кәрәк, төҙөкләндереү өсөн һәйкәлде постаменттан алыу мотлаҡмы, атлы батыр үҙ урынына ҡасан ҡайтыр? Ҡурған, суйындан эшләнгән һәйкәл, скульптураны тотоп тороусы каркас ниндәй хәлдә? Ошо һорауҙарға аныҡ һәм асыҡ яуаптарҙы «Мин ҡайтырмын!» документаль фильмы әҙерләй.
Картина нигеҙендә – бихисап анализ һөҙөмтәләре, проект документтарын әҙерләү нескәлектәре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ҡаҙан ҡалаларынан билдәле федераль эксперттар фекере. Архитектор, скульптор, проектлаусы, реставратор, тарихсылар күптән төҙөкләндереүҙе талап иткән һәйкәлде һаҡлап ҡалыу буйынса фекерҙәре менән бүлешә.
«Күк көмбәҙендә осрашыуҙар» - фильмдағы икенсе сюжет линияһы. Салауат Юлаев Сосланбәк Тавасиев, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Миңлеғәле Шайморатов, «Салауат» ҡушаматлы махсус хәрби операция яугире менән осрашһа, нимә тураһында һөйләшерҙәр ине икән? Авторҙың уйланыуҙары - документаль фильмда.
— Cалауат Юлаев ролен билдәле спортсмен Эльбрус Ниғмәтуллин башҡара. Милли батырыбыҙҙы ул тәүге тапҡыр 2004 йылда «Мин үлмәнем, башҡорттар!» фильмында уйнағайны. 20 йылдан Эльбрус тағы ла беҙҙең менән. Башҡа ролдәрҙе республика театрҙарының күренекле артистары башҡара, - ти ижади төркөм етәксеһе, автор Гәүһәр Батталова.
Етди эштә республика халҡы ла ихлас ярҙам иткән. Съемка өсөн эшҡыуар Илгиз Йосопов бушлай вышкалы автомобилен биргән. Бындай миҫалдар бихисап.
Фильмды төшөрөүгә үҙ эшенең оҫталары йәлеп ителгән - режиссерҙар Әлфиә Арыҫланова, Ләйсән Рамаҙанова, композитор Ләйлә Андреева, дизайнер Айрат Өмөтбаев, операторҙар Азамат Даянов, Ринат Кашапов, Вадим Лобов, Урал Ғатауллин, Радик Фәтхиев һәм башҡалар.
— Сентябрҙә беҙ ижади төркөм менән һәйкәл бейеклегенә күтәрелеп, уның эсенә инеп төшөрөргә тейеш инек. Ундағы ярыҡтарҙы, серегән урындарҙы күргәс, был уйҙан баш тарттыҡ. Һуңынан ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы егеттәре менән бергәләп күтәрелдек. Фильм өҫтөндә эшләүсе ижади төркөм үҙ иңенә ни тиклем яуаплы эш алыуын яҡшы аңлай. Беҙҙең картинаны ҡарап, республика халҡы сетерекле, ҡатмарлы һорауҙарға яуап табыр тип ышанабыҙ, — тип Гәүһәр Батталова үҙ фекерҙәре менән бүлеште.
«Мин ҡайтырмын!» документаль фильмының премьераһын 21 ғинуарҙа киске сәғәт 9-сы 30 минутта БСТ телеканалында ҡарарға мөмкин. Фильмды «Самрау» фонды БСТ телеканалы менән берлектә Башҡортостан Башлығы грантына төшөргән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.