12:02 (UTC+5), 15 Января 2025

Билдәле скульптор Салауат Щербаков 70 йәшлек юбилейын билдәләй

Фото: «Башинформ» агентлығы архивы
Ләйлә Аралбаева

Бөгөн башҡорт халҡының данлы улы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле скульптор, Рәсәй художество академияһы академигы, профессор Салауат Щербаков 70 йәшлек юбилейын билдәләй. «Башинформ» агентлығы исеменән беҙ Салауат Александровичты юбилейы менән ҡотланыҡ. Был иҫтәлекле көндө скульптор эш урынында ҡаршылай.

— Эштә коллегаларыбыҙ менән йыйылдыҡ. Беҙҙә төшкө ашҡа өҫтәл әҙер. Яҡындарым мине төнгө 12-лә үк ҡотланы, — тип уртаҡлашты Салауат Александрович. —  Әле эшемдә проекттар күп. Башҡортостан буйынса ла байтаҡ проекттар планлаштырабыҙ. Мариуполдә Хәрби дан ҡалалары стелаһын яһайбыҙ, Феодосия өсөн дә. Волноваха бар әле, барыһы ла таныш ҡалалар. Эшләйбеҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» халыҡ рәссамы хаҡында бер нисә тапҡыр яҙғайны. Башҡортостанда йәшәүселәр бар донъяға билдәле яҡташыбыҙҙың үҙенсәлекле яҙмышы хаҡында белде.

Салауат Щербаков – бихисап монменталь композициялар авторы. Әйтәйек, Боровицкий майҙанындағы 17 метрлыҡ кенәз Владимир һәйкәле, атыу ҡоралы конструкторы Михаил Калашников, патриарх Гермоген, 16 патриарх, йыһан системаларының генераль конструкторы Сергей Королев, инженер һәм архитектор В,Г, Шухов һәйкәлдәре; «Фашизмға ҡаршы көрәштә беҙ бергә булдыҡ» монументы (А.Н. Ковальчук менән бергә), Нетанияла (Израиль) Ҡыһы армияның фашистик Германияны Еңеү монументы, Баҡыла (Азербайжан) Гейдари Алиев һәйкәле, Таулы-Алтайҙа Советтар Союзы Геройҙары аллеяһы, Баден-Баденда (Германия) принцесса Луиза Баденская (һуңынан – рус батшабикәһе Елизавета Алексеевна) һәйкәле һәм башҡалар.

Алда Салауат Щербаковты илебеҙ халҡын шатландырырҙай тағы ла бик күп матур проекттар көтә. Салауат Александровичҡа оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ һәм яңы ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-01-15/vydayuschiysya-skulptor-salavat-scherbakov-otmechaet-70-letniy-yubiley-4084633

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика