

2025 йылдан Башҡортостанда федераль бюджет иҫәбенә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы киңәйтелә. Был ауылға тағы ла 74 белгесте йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш: 30-ы – п республика программаһы сиктәрендә, ә 44-е – ағымдағы йылда башланған федераль программала ҡатнашыу иҫәбенә. Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо турала белдерҙе.
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһын әҙерләгәндә Башҡортостан тәжрибәһе иғтибарға алынды, тип иҫкә төшөрҙө Әминә Шафиҡова. Беҙҙең республикала бындай программа 2021 йылдан Радий Хәбировтың башланғысы буйынса ғәмәлгә ашырыла. 2021-2022 йылдарҙа Башҡортостан ауылдарында һәм бәләкәй ҡалаларында эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 500 мең һум аҡсаға дәғүә итһә, 2023 йылдан сумма 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Программа эшләгән осорҙа был маҡсатҡа 105 миллион һум бүленгән. Йәмғеһе 150 белгес түләү алған, улар араһында 75 мәҙәни-ял итеү учреждениеһы хеҙмәткәре, 63 балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, 4 китапхана хеҙмәткәре, 8 музей белгесе бар. Уларҙың уртаса йәше – 29.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.