

17 ғинуарҙа Өфө балалар филармонияһында күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе була. Яҙыусының билдәле романының исеме буйынса кисә «Бөртөкләп йыйыла алтын» тип атала.
— Был кисә – әҫәрҙәре күп быуын уҡыусыларын илһамландырған кешене иҫкә алыу мөмкинлеге ул, — тип һөйләне «Башинформ»ға режиссер Дамир Йосопов. — Программала — уның иң яҡшы әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыу, шулай уҡ хәҙерге әҙәбиәткә йоғонтоһон тикшереү. Яҙыусыны хөрмәтләп иҫкә алыу һәм мираҫының «алтын»ын бөртөкләп йыйыу өсөн беҙгә ҡушылығыҙ.
Режиссер һүҙҙәренсә, программала дүрт балалар театр коллективы ҡатнаша: «Росток» өлгөлө балалар театры (етәксеһе Салауат Нурисламов), «Непоседы» өлгөлө театры (етәксеһе Лариса Беляева), «Бим-Бом» театр студияһы һәм «Волшебная рампа» халыҡ театры (етәксеһе Лилиә Иванова).
Инеү ирекле, киске сәғәт 6-ла башлана. 0+
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Башҡортостан Башлығы указы буйынса республикабыҙҙа Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр. Ойоштороу комитетын Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкләй.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.