28 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың 11 төп театры һәм башҡа мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренә 11 йөк автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары тарихында тәүге тапҡыр 94 берәмек транспорт һатып алынды. Быға тиклем 2016 йылда ғына биш автомобиль тапшырылды.
«Был программа эшләй башлағанға тиклем беҙҙә мәҙәниәт учреждениелары автомобилдәре 100% тиерлек иҫкергәйне. Гастролдәргә юлланған артистарыбыҙ өсөн хәүеф янай ине. Ике йыл эсендә ҙур класлы 8 автобус, урта класлы 3 автобус, 16 микроавтобус, 51 еңел автомобиль һатып алдыҡ. Бөтәһе ярты миллиард һумдан ашыу суммаға 89 берәмек автотранспорт һатып алынды. Ошондай ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы. Ошо авторанспорт ярҙамында биш меңдән ашыу гастроль ойошторолдо», – тип билдәләне Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Яңы йөк машиналары театр һәм филармония коллективтарының гастролдәре ваҡытында декорациялар ташыу өсөн тәғәйенләнә.