12:12 (UTC+5), 27 Декабря 2024

Өфөлә журналист Рәзил Бикбулатов арабыҙҙан китте

Инсаф Хужабирганов

Башҡорт матбуғаты ауыр юғалтыу кисерҙе. Өфөлә журналист, «Аманат» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов вафат булды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына уның туғандары хәбәр итте.

Рәзил Бикбулатов 1975 йылдың 1 мартында Архангел районының Архангел ауылында тыуған. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1993 йылда Йылайыр районының «Ауыл уттары» гәзитендә башлай. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан телерадиокомпанияһында һәм «Тамыр» студияһында эшләй. 2006—2008 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары вазифаһын башҡара.

2008 — 2013 йылдарҙа Башҡортостан Милли китапханаһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.

2017— 2019 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Баҡсасылар союзының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте етәксеһе.

2019 йылдан «Аманат» балалар журналының баш мөхәррире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

«Башинформ» мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Мәрхүм менән хушлашыу 28 декабрҙә 14.00 сәғәттә Өфөлә Матбуғат йорто фойеһында үтә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-27/v-ufe-skoropostizhno-skonchalsya-zhurnalist-razil-bikbulatov-4069509

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика