Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Декабрь 2024, 16:03

Өфөнөң юбилейы уңайынан төшөрөлгән «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» фильмы февралдә прокатҡа сыға

filmufa.ru
Фото: filmufa.ru

Өфөнөң юбилейы айҡанлы төшөрөлгән «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» фильмы февралдә прокатҡа сыға. Был хаҡта ошо көндәрҙә Өфөлә премьера менән таныштырыу сараһында проекттың художество етәксеһе Айнур Асҡаров белдерҙе.

Өфөләр тормошонан һигеҙ мөхәббәт тарихы һөйөү тойғоһон төрлө яҡтан асып бирә. «Свидание на троих», «Брачные танцы», «Химические связи», «Снежная мама», «Попутчики», «Охота» и «Тряхнуть стариной» ҡыҫҡа метражлы фильмдар драма, мелодрама, комедия жанрҙарында төшөрөлгән. Бөтә ғаилә менән ҡарарға мөмкин булған фильмдар төрлө хис-тойғолар уята. Бында көлөргә, үткәндәр тураһында һағышланырға, уйланырға, хыялланырға, һәм, әлбиттә, мөғжизәгә ышанырға ла мөмкин.

Киноальманахтың һәр тарихын төрлө режиссерҙар төшөргән. Барлыҡ фильмдарҙа, тыуған ҡалаға һөйөү темаһынан тыш, күп милләтле Өфөлә халыҡтар дуҫлығы темаһы төп лейтмотив булып яңғырай.

— «Өс таған», «Өфөнән һөйөү менән», «Йыл ғаиләһе» һәм башҡа фильмдарҙағы кеүек, мин был картинаны үҙем генә эшләмәнем. Ул шуныһы менән үҙенсәлекле. Бөтәһе ете режиссер ҡатнашты. Мин ике фильм төшөрҙөм, шулай уҡ фильм өҫтөндә режиссерҙар Айрат Абушахманов, Виталий Дудка, Руслан Юлтаев, Айсыуаҡ Йомағолов, Айҙар Аҡманов һәм Руслан Рим улы эшләне , — тине Айнур Асҡаров.

Төп ролдәрҙе танылған башҡорт актерҙары Азат Йыһаншин, Рушанна Бабич, Алмас Әмиров, Артур Ҡунаҡбаев, Полина Шабаева, Николай Рихтер, Сәғиҙулла Байегет, Андрей Ганичев, Илгизә Ғилманова, шулай уҡ Рәсәй артистары Валентина Ляпина, Владимир Гарцунов, Илья Виногорский башҡарҙы.

Проектты «Асҡарфильм» киностудияһы һәм «МедиаСтарт» ойошмаһы тормошҡа ашырҙы. Фильм 2023 йылда кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн республика Башлығы гранттары конкурсында еңеүсе булды.

Фильм 2025 йылдың февралендә киң прокатҡа сыға, шулай уҡ онлайн-платформаларҙа күрһәтелә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-18/snyatyy-k-yubileyu-ufy-film-leto-gorod-lyubov-vyydet-v-prokat-v-fevrale-4057716

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас