Быйыл Башҡортостандың мәҙәни тормошонда мөһим саралар – икенсе «Китап байрамы» форумы, Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең XVII ижади һәм ғилми интеллигенцияһы форумы уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә ошо турала белдерҙе.
Ул шулай уҡ республикала Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолоуын, 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителеүен билдәләне. Башҡортостанда 15 муниципаль мәҙәниәт объекты төҙөкләндерелде, башҡа мөһим ҡаҙаныштар ҙа бар.
«Циркты реконструкциялауҙы федераль адреслы инвестиция программаһына индереүгә өлгәштек. 2026 йылда уны тергеҙеү эшен башлайбыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете һәм Воскресенск соборы төҙөлөшөн дауам итәбеҙ, тине Башҡортостан Башлығы. Башинформ яҙғанса, был турала ул яңыраҡ тура бәйләнеш барышында лә әйткәйне.
Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы мәҙәни объекттар төҙөү хаҡында һөйләне.
«Быйыл «Мәҙәниәт» милли проекты тамамлана. «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәни инфраструктураһы» федераль проектында яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Төбәк һәм муниципаль китапханаларҙы, филармонияларҙы яңыртыу, 2026 йылдан иһә балалар сәнғәт мәктәптәре төҙөү, – тип билдәләне ул. – Бөгөн республикаға заманса Музыка йорто талап ителә. Киләһе йылда 2 мең урынлыҡ универсаль концерт залын проектлай башларға йыйынабыҙ. Республика хөкүмәтенә ошо проектты тормошҡа ашырыу буйынса «юл картаһын» әҙерләү бурысын йөкмәтәм. Шулай уҡ Өфөнөң тарихи үҙәгендә музей кварталын булдырыу эшен дауам итергә, киләһе йылда Кире ҡайтарылған исемдәр музейын асырға кәрәк».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.